Новости

НУРСОЛТАН НАЗАРБАЕВ: «БӨЙӨК ДАЛАНЫҢ ЕТЕ ҠЫРЫ» (башқұртша)

1198

Арауыҡ – әйләнә-тирәләге донъялағы һәр бер нәмәнең, ваҡыт – барлыҡ ваҡиғаларҙың үлсәме. Арауыҡ менән ваҡыт офоҡтары тоташҡас милли тарих үҙ юлын башлай. Матур яңғыраш, һүҙ уйнатыу өсөн генә әйтелмәне был. Ысынлап та, әгәр ҙә немец, итальян йәки һинд халыҡтары тарихы тураһында уйланһаҡ, меңәр йыллыҡ тарих дауамындағы әлеге халыҡтарҙың территорияһы нисбәтенә һәм бөйөк ҡаҙаныштарына бәйле һорауҙар тыуыр ине. Һүҙ юҡ, Боронғо Рим һәм хәҙерге Италияны сағыштырыу урынһыҙ, әммә итальяндар хаҡлы рәүештә үҙҙәренең тамырҙары менән ғорурлана ала.

Боронғо готтар менән хәҙерге немецтар ҙа бер үк халыҡ түгел, әммә уларҙың барыһы ла Германияның сал тарихлы мираҫының бер өлөшө. Бихисап милләтле, бай мәҙәниәтле Боронғо мәшһүр Һиндостан менән бөгөнгө һинд халҡын тарихтың өҙлөкһөҙ ағымында үҫешен дауам иткән уникаль цивилизация   булараҡ ҡабул итергә мөмкин. Был – үҙ башланғыстарыңды, милли тарихыңды бөтөн тәрәнлектә һәм ҡатмарлылыҡта аңларға ярҙам иткән дөрөҫ мөнәсәбәт.

Ҡаҙағстан тарихы өҙөк-йыртыҡ айырым өлөштәрҙән түгел, ә хәҙерге заман фәне юғарылығынан аңлашылырға тейеш. Быға ышандырырлыҡ дәлилдәр етерлек.

Беренсенән, Ҡаҙағстан территорияһында хасил булған күп кенә дәүләтселек берләшмәләре ҡаҙаҡ милләте этногенезының нигеҙ элементтарының береһен тәшкил итте. Уларҙың индергән өлөштәре тураһында алда һүҙ сығасаҡ әле.

Икенсенән, беҙ һүҙ алып бара торған мәҙәни ҡаҙаныштар далабыҙға ситтән индерелмәне, күпселек осраҡта беҙҙең еребеҙҙә барлыҡҡа килеп, һуңыраҡ Көнбайыш менән Көнсығышҡа, Төньяҡ менән Көньяҡҡа таралды.

Өсөнсөнән, һуңғы тиҫтә йылдарҙа табылған тарихи йәдҡәрҙәр беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың заманына күрә алдынғы технологик яңылыҡтарҙы уңышлы үҙләштереүен дәлилләй. Был йәдҡәрҙәр Бөйөк даланың донъя тарихындағы урынына яңыса ҡараш булдырыуға килтерә.

Ниһайәт, ҡаҙаҡтың ҡайһы бер ырыу-ҡабиләләренең атамалары “ҡаҙаҡ” этнонимынан бер нисә быуатҡа алданыраҡ билдәле булған. Беҙҙең милли тарихыбыҙҙың әлегә тиклемгәсә фаразланған офоҡтарының киңерәк икәнлеген асыҡ раҫлай был. Европацентристик ҡараш һаҡтарҙың, һундарҙың бөгөнгө төрки халыҡтарының ата-бабалары һаналған этник төркөмдәрҙең милләттебеҙҙең тарихи этногенезының өлөшө булғанлығы тураһындағы аныҡ факттарын асыҡларға мөмкинлек бирмәне.

Был тәңгәлдә һүҙҙең беҙҙең территорияла оҙайлы ваҡыт дауамында көн күргән бихисап этностар өсөн уртаҡ Ҡаҙағстан тарихы тураһында барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк. Был – төрлө этностарҙың байтаҡ күренекле эшмәкәрҙәре үҙ өлөшөн индергән уртаҡ тарих.

Бөгөн беҙгә үҙ тарихыбыҙға ҡарата өмөтлө ҡараш кәрәк. Әммә ул теге йәки был тарихи ваҡиғаны һайланмалы йәки конъюктуралы яҡтыртыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын ине. Аҡ менән ҡара – бер-береһенән айырылмаҫ юлдаштар. Улар үҙ-ара берләшеп, айырым кеше, халыҡтар тормошона ҡабатланмаҫ төҫмөр бирә. Беҙҙең тарихыбыҙҙа драматик миҙгелдәр һәм ҡайғылы ваҡиғалар, үлемесле һуғыштар һәм ҡыйынлыҡтар, социаль йәһәттән ҡурҡыныс тәжрибәләр һәм сәйәси катаклизмдар аҙ булманы. Уларҙы онотоу – яҙыҡ эш. Күп яҡлы һәм киң ҡоласлы тарихыбыҙҙы дөрөҫ ҡабул итеү мөһим.

Беҙ, башҡа халыҡтарҙың ролен кәметеп, үҙебеҙҙең бөйөклөгөбөҙҙө күрһәтергә теләмәйбеҙ. Иң мөһиме, беҙ иҫбатланған фәнни факттарға таянып, донъя тарихындағы ролебеҙҙе айыҡ аҡыллы һәм аныҡ аңларға тейешбеҙ.

Шулай итеп, Оло даланың ете сигендә туҡталайыҡ.

I. МИЛЛӘТ ТАРИХЫНДАҒЫ АРАУЫҠ ҺӘМ ВАҠЫТ

Беҙҙең еребеҙ, һис арттырмайынса әйткәндә, матди мәҙәниәттең бихисап предметтары барлыҡҡа килгән урынға әйләнде. Хәҙер йәмғиәт тормошонда мөһим урын тотҡан ҡаҙаныштарҙың байтағы беҙҙең яҡтарҙа уйлап табылған. Бөйөк дала кешеләре бик күп техник яңылыҡтар уйлап табып, бығаса ҡулланылмаған яңы ҡоралдар яһаған. Уларҙы Ер йөҙөнөң һәр ҡитғаһында бөгөн дә әүҙем ҡулланалар. Йылъяҙмалар бөгөнгө ҡаҙаҡтарҙың боронғо ата-бабалары Евразия киңлектәрендә сәйәси һәм иҡтисади тарихтың ағышын тамырҙан үҙгәртеүе тураһында хәбәр итә.

1. АТТА ЙӨРӨҮ МӘҘӘНИӘТЕ

Атта йөрөү мәҙәниәте менән ат үрсетеүҙең Ер йөҙөнә Бөйөк даланан таралыу киеүе тарихтан билдәле факт.

Илебеҙҙең төнъяғында урынлашҡан энеолит осороноҡо тип билдәләнгән “Ботай” ҡаласығында уҙған ҡаҙыу эштәре аттың тәү тапҡыр хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында ҡулға эйәләштерелгәнен фәнни дәлилләне.

Атты ҡулға эйәләштереү арҡаһында беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ дүәерендә күҙ алдына килтергеһеҙ өҫтөнлөккә эйә була. Донъя масштабында алғанда хужалыҡ һәм хәрби эштә тинһеҙ революцияға тиң була был.

Атты ҡулға эйәләштереү атта йөрөү мәҙәниәтенә нигеҙ һала. Йәйә, һөнгө йәки ҡылыс менән ҡоралланған атлы күсмә халыҡтар төҙөгән империялар тарих сәхнәһенә сыҡҡан дәүер символына әүерелде.

Әйтергә кәрәк, байраҡ күтәргән атлы һүрәте – батырҙар заманының иң танылған эмблемаһы; бынан тыш, ул атлы ғәскәрҙең барлыҡҡа килеүе менән бәйле ҡалыплашҡан күсмә халыҡтар донъяһы “мәҙәни код”ының махсус элементы ла.

Автомобиль двигательдәренең ҡеүәте әле һаман ат көсө менән иҫәпләнә. Был боронғо традицияға – ер йөрөндә һыбайлы өҫтөнлөк иткән дәүергә хөрмәт билгеһе ул.

Беҙ донъяға боронғо ҡаҙаҡ еренән таралыу алған ошо технологик революция емешен кешелек XIX быуатҡаса файҙаланғанын онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Хәҙерге кейем өлгөһөнөң компоненттары Дала цивилизацияһының бик боронғо осорона барып тоташа. Атта йөрөү мәҙәниәте һыбай яугирҙан йыйнаҡ кейем өлгөһөн талап итә. Ат өҫтөндә йөрөгәндә уңайлы булыу өсөн ата-бабаларыбыҙ беренсе тапҡыр кейемде өҫкө һәм аҫҡы өлөштәргә бүлә. Шулай итеп, салбарҙың тәүге нөсхәһе барлыҡҡа килә.

Был һыбайлы һуғыш ваҡытында, ат өҫтөндә оҙайлы йөрөргә тура килгән саҡтарҙа иркен хәрәкәт итергә мөмкинлек бирҙе. Дала кешеләре тиренән, кейеҙҙән, сүстән, йөндән, етендән салбар текте. Уҙған мең йыллыҡ эсендә кейемдең әлеге төрө әллә ни үҙгәреш кисермәне лә тиерлек. Ҡаҙыу эштәре барышында табылған боронғо салбарҙың хәҙерге салбарҙан айырмаһы юҡ та. Бынан тыш, бөгөнгө итәктәрҙең барлыҡ төрө лә атта йөрөгәндә кейелгән йомшаҡ үксәле итектен “вариҫ”тары икәнлеге күптән билдәле.

Уңайлы булһын өсөн йыш һыбай йөрөгән күсмә халыҡ бейек эйәр һәм өҙәңге уйлап таба. Әлеге яңылыҡ атлыға ҡаҡҡан ҡаҙаҡтай ныҡ ултырырға, бынан тыш, тиҙ хәрәкәт иткәндә үҙенең ҡоралдарын – йәйәне, һөңгөнө һәм ҡылысты еңел ҡулланырға мөмкинлек бирҙе.

Ата-бабаларыбыҙ атта сапҡан килеш йәйә атыуҙы ла камиллаштырҙы. Башағына ҡауырый тағылған металлы уҡ осо үтәләй тишә торған ҡоралға әүерелде.

Ҡаҙағстан территорияһында ғүмер һүргән төрки ҡәбиләләр уйлап тапҡан тағы ла бер технологик яңылыҡ – ҡылыс. Уның тура йәки бөгөлгән йөҙө – айырым бер билдә. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һыбайлыны һәм уның менгән атын пластиналар ярҙамында ҡоролған һаҡлауысты ла уйлап тапҡан. Ул Евразия күсмә халҡының айырыуса әһәмиәтле хәрби яңылығын – ауыр ҡораллы атлы ғәскәрҙе барлыҡҡа килтерҙе. Беҙҙең эраға тиклем I мең – беҙҙең эраның I быуаты араһындағы үҫеше бығаса булмаған хәрби төрҙө – атыу ҡоралы уйлап табылғансы һәм киң ҡулланыла башлағансы оҙаҡ ваҡыттар дауамында хәрби өҫтөнлөк биргән ауыр кавалерияны барлыҡҡа килтерҙе.

2. БӨЙӨК ДАЛАНЫҢ БОРОНҒО МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

Металл етештереүҙең алымдарын табыу тарихының яңы дәүеренә юл асып, кешелек үҫешенең барышын бөтөнләйгә үҙгәртте. Күп төрлө металл рудаларына бай ҡаҙаҡ ере – металлургия барлыҡҡа килгән үҙәктәрҙең береһе. Боронғо заманда Ҡаҙағстандың Үҙәк, Төньяҡ һәм Көнсығыш ерҙәрендә тау тоҡомдары сығанаҡтары табылып, бронза, баҡыр, ҡурғаш, тимер, көмөш һәм алтын иретмәләре сығарыла башланы.

Ата-бабаларыбыҙ яңы, тағы ла нығыраҡ металл етештереп, уларҙың тиҙләтелгән технологик прогресс юлын яйға һалды. Ҡаҙыу эштәре барышында табылған металл иретеү өсөн мейестәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм боронғо осор ҡоралдары, биҙәнеү әйберҙәре ана шул ҡайта бәйән итә. Былар боронғо замандарҙа беҙҙеъ еребеҙҙә дала цивилизацияһының юғары технологик үҫеш алыуын күрһәтә.

3. ЙӘНЛЕК СТИЛЕ

Ата-бабаларыбыҙ әйләнә-тирәләге донъяла үҙҙәрен тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө итеп хис иткән. Уларҙың тормош ҡағиҙәһе Оло далала йәшәүсе халыҡтарҙың донъяға ҡарашын, рухи һәм матди ҡиммәтен үҙ эсенә уҡмаштырған. Ҡаҙағстандың боронғо кешеләре алдынғы мәҙәниәтле булған, сөнки уларҙың үҙ яҙмаһы һәм мифологияһы бар.

Уларҙың мираҫының асыҡ сағылышы, нәфис фекерләү рәүеше һәм рухи байлығының аныҡ билдәһе – “йәнлек стиле” сәнғәте. Хайуан образын тормошта файҙаланыу кеше менән тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнешенең символы, дала халҡының рухи йүнәлеше күрһәткесе. Улар йыртҡыстарҙы, бигерәк тә бесәй (бесәй һымаҡтар) ғаиләһенә ҡарағандарын ихлас ҡулланған. Суверенлы Ҡаҙағстан символдарының береһе – урындағы хайуандар донъяһында һирәк осраған ҡар ҡапланы (барыҫы) булыуы юҡҡа түгел.

Шул уҡ ваҡытта йәнлек стиле ата-бабаларыбыҙҙың айырыуса юғары етештереү тәжрибәһе булғанлығына шаһит: уйып яһау, металл эше техникаһы, шул иҫәптән, баҡыр һәм бронза иретеү һәм ҡойоу, йәймә алтын әҙерләүҙең ҡатмарлы алымдары һ.б. Ғөмүмән алғанда, “йәнлек стиле” феномены донъя сәнғәтенең иң юғары бейеклектәренең береһе һанала.

4. АЛТЫН КЕШЕ

1969 йылда Ҡаҙағстандың Ыссыҡ ҡорғанында табылған “Алтын кеше” беҙҙең төп тамырыбыҙға яңыса ҡараш ташлауға мөмкинлек бирергә ярҙам итә, донъя фәнендә шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ яһай һәм сәнғәт белгестәре араһында “Ҡазағстандың Тутанхамоны” исеменә лайыҡ була.

Яугир бихисап нәмәләр тураһында бәйән итә. Ата-бабаларыбыҙ бөгөнгө көндә лә һоҡланырлыҡ юғары сәнғәт дәрәжәһендәге әйберҙәр булдыра. Яугирҙың алтындан яһалған кейемдәре боронғо оҫталарҙың ҡиммәтле металды эшкәртеү техникаһын камил төшөнгәненә ишара яһай. Шулай итеп, әлеге яңылыҡ Дала цивилизацияһының ҙур ҡеүәһен һәм эстетикаһын сағылдырған бай мифологияһын асты.

Дала халҡы үҙ хакимын сикһеҙ ололап, уны ҡояш Аллаһы дәрәжәһенәсә күтәргән. Ҡәбер урынындағы бай зиннәтләү әйберҙәре ата-бабаларыбыҙҙың интеллектуаль традицияһы менән таныштыра. Яугир янында табылған көмөш туҫтаҡтарҙың береһендә уйып яҙылған тамғалар табыла. Былар – Үҙәк Азияла табылған иң боронғо яҙма үрнәге.

5. ТӨРКИ ДӨНЬЯҺЫНЫҢ БИШЕГЕ

Ҡаҙаҡтар һәм Евразияның башҡа халыҡтары тарихында Алтай мөһим урын тота. Әлеге бөйөк тауҙар быуаттар дауамында Ҡаҙағстан ерҙәрен биҙәп кенә ҡалмайынса, төркиләрҙең бишеге һанала. Тап ошонда беҙҙең эраның I мең йыллығы уртаһында Төрки донъяһы барлыҡҡа килеп Бөйөк далала яңы дәүер башлана.

Тарих менән география төрлө мәмләкәттәр һәм бөйөк күсмә империялар күсәгилешлегенең үҙенсәлекле моделен уҡмаштырҙы. Был дәүләттәр оҙаҡ ваҡыттар дауамында береһен-береһе алмаштырып, Урта быуаттағы Ҡаҙағстандың иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда үҙенең әһәмиәтле эҙен ҡалдырҙы.

Ғәйәт ҙур киңлектәрҙе үҙләштерә белгән төркиҙәр ҙур далала күсмә һәм ултыраҡ цивилизацияларҙың үрнәген үҙ эсенә алып, сәнғәт, фән һәм халыҡ-ара сауҙа үҙәгенә әүерелгән Урта быуат ҡалаларының сәскә атыуына булышлыҡ яһаны. Мәҫәлән, Урта быуаттағы әлән Отырар ҡалаһы кешелек цивилизацияһына иң бөйөк аҡыл эйәләренең береһе – Әбү Насир Әл Фарабиҙы донъяға килтерҙе, төрки халыҡтарының рухи юлбашсыларының береһе Хужа Әхмәт Йәсәүи Төркистан ҡалаһында йәшәп, ғилем таратҡан.

6. БӨЙӨК ЕБӘК ЮЛЫ

Илебеҙҙең географик яҡтан уңайлы, йәғни Евразия материгының иң үҙәгендә урынлашыуы элек-электән һәр төрлө мәмләкәттәр цивилизацияларына транзит “коридорҙары” урынлашыуына йоғонто яһай. Беҙҙең эра аҙағынан башлап, әлеге ҡоро юлдар Ҙур Евразияның Көнсығыш менән Көнбайышты, Төнъяғы менән Көнъяғы араһындағы сауҙа һәм мәҙәниәт бәйләнештәренең трансконтиненталь серҙәренә – Бөйөк Ебәк юлы системаһына әүерелде.

Был юл халыҡтар араһында глобаль тауар алмашыу һәм үҙ-ара интеллектуаль хеҙмәттәшлек өсөн платформа булды.

Карауан юлдарын яҡшы ойоштороп, хәүефһеҙлекте тәьмин иткән Бөйөк дала халҡы Боронғо һәм Урта быуаттарҙағы мөһим сауҙа артерияһының төп аралашсыһы булып китте. Дала бүлкәте Ҡытай, Һиндостан, Фарсы, Урта дингеҙ, Яҡын Көнсығыш һәм славян цивилизацияларын тоташтырҙы.

Килеп сыҡҡандан алып, Бөйөк Ебәк юлы картаһы, нигеҙҙә, Төрки империялар территорияһында урынлашты. Үҙәк Евразияла төркилек өҫтөнлөк иткән ваҡыттарҙа Бөйөк Ебәк юлы иң юғары нөктәһенә етеп, халыҡ-ара масштабта иҡтисади һәм мәҙәни күтәрелештең сәскә атыуына булышлыҡ яһаны.

7.        ҠАҘАҒСТАН – АЛМА МЕНӘН ЛӘЛӘ СӘСКӘҺЕ ВАТАНЫ

Алатау итәге алма менән ләлә сәскәһенең “тарихи Ватаны” икәнлеге фәнни нигеҙҙә иҫбатланған. Тап ошо ерҙән тыйнаҡ, әммә бөтә донъя өсөн әһәмиәтле үҫемлектәр тора-бара Ер йөҙөнә таралыу алған. Ҡаҙағстан хәҙер ҙә Ерҙәге барлыҡ алмаларҙы барлыҡҡа килтереүсе изге әсәһе – Сиверс алмаһының Ватаны һанала. Донъяла киң таралыу алған емештедонъяға тап ул таратты.

Барыһына ла таныш алмалар – генетик яҡтан беҙҙәге алманың бер төрө. Ул Ҡаҙағстан территорияһындағы Алатау Иле итәктәренән, Бөйөк Ебәк юлының боронғо йүнәлешендә, Урта диңгеҙгә, унан бөтә донъяға таралған. Ошо танылған емештең тәрән тарихының символы булараҡ, илебеҙҙең бер ҡалаһы Алма-Ата исемен йөрөтә.

Ҡаҙағстан территорияһында Шу-Иле тауы итәгендә бөгөн дә кешелек донъяһының гәүһәре һаналған ләлә сәскәһенең башланғыс төрөн – Регаль ләләләрен остатырға мөмкин. Әлеге гүзәр үҫемлектәр беҙҙең еребеҙҙә Тянь-Шань тауҙарының итәге менән даланың сүл һыҙатында килеп сыҡҡан. Ҡаҙаҡ тупрағындағы ошо тыйнаҡ, әммә үҙенсәлекле сәскәләр, үҙ матурлыҡтары менән байтаҡ халыҡтарҙың күңелен яулап, бөтә донъя буйлап таралған.

Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә 3 меңдән артыҡ ләлә сәскәһе төрө бар, уларҙың күпселеге – беҙҙең дала ләлә сәскәһе нәҫеленән. Хәҙер Ҡаҙағстанда ләләләрҙең 35 төрө иҫәпләнә.

II. ТАРИХИ АҢДЫ ЯҢЫРТЫУ

Күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр етди ҡабул ителеште талап итә. Шулай уҡ беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенең фундаменталь нигеҙенә ҡағыла. Был эштә бер нисә ҙур проект башларға кәрәк, тигән фекерҙәмен.

1.     Архив - 2025

Бойондороҡһоҙлок йылдарында халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүҙә ҙур эштәр башҡарылды. Илебеҙҙең тарихи йылъяҙмаһындағы программаһы уңышлы үтәлде. Әммә ата-бабаларыбыҙҙың тормошо һәм уларҙың ғәжәп цивилизацияһы тураһындағы документаль дәлилдәр бөгөнгә тиклем фәнни әйләнешкә индерелмәне әле. Улар донъяның хәтһеҙ архивтарында үҙ сәғәте һуҡҡанын көтөп ята.

Шунлыҡтан, боронғо осорҙан хәҙерге заманға тиклемге үҙ илебеҙҙең һәм сит ил архивтарында барлыҡ фундаменталь тикшеренеүҙәр өсөн “Архив-2025” исемле ете йыллыҡ программаны булдырыу мөһим, тип иҫәпләйем.

Уны тормошҡа ашырыу барышында үҙ илебеҙҙең һәм сит ил архивтарындағы тарихсылары һәм мәҙәниәт белгестәренән төҙөлгән төркөмдөң эҙләү-тикшеренеү эштәрен системалы һәм оҙайлы үҙ-ара мөнәсәбәттә башҡарыуына ҙур иғтибар бирергә кәрәк.

Һәр яҡлап та әһәмиәтле әлеге эшмәкәрлек дәүләт иҫәбенән финансланған “академик туризм”ға әйләнмәҫкә тейеш. Архив мәғлүмәттәрен ентекләп йыйып ҡына ҡалмайынса, ҡыҙыҡһыныусы тикшеренеүселәр һәм киң йәмәғәтселек ҡуллана алһын өсөн уларҙы цифрлы форматҡа күсереү мөһим.

Үҙ тарихың менән ғорурланыу, ватансылыҡ хисе тәрбиәләү мәҡтәп тупһаһынан уҡ башланырға тейеш. Шунлыҡтан илдең барлыҡ төбәктәрендәге мәктәптәрҙә һәм тыуған илде өйрәнеү музейҙарында тарих-археология хәрәкәтен ойоштороу мөһим. Милли тарихҡа тартылыу барлыҡ Ҡаҙағстан халҡында үҙ башланғыстарына ҡарата берҙәмлек хисен тыуҙырырға тейеш.

2. БӨЙӨК ДАЛАНЫҢ БӨЙӨК ИСЕМДӘРЕ

Мәғлүм булыуынса, күпселектең аңында тарихи процесс, нигеҙҙә, теге йәки был билдәле шәхес исеме менән бәйле. Байтаҡ халыҡтар үҙҙәренең бөйөк ата-бабалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Мәҫәлән, үткән дәүерҙәрҙәге Тутанхамон, Конфуций, Александр Македонский, Шекспир, гете менән Джордж Вашингтон – бөтә донъяға билдәле шәхестәр. Бөгөн дә “үз дәүләттәре” өсөн баһалап бөткөһөҙ сиволик капитал иҫәпләнеп, шул халыҡтарҙың халыҡ-ара аренаһында һөҙөмтәле күтәрелешенә йоғонто яһайҙар.

Бөйөк дала Әл-Фәраби менән Йәсәүи, Күлтәгин менән Бейбарс, Әз-Тәүкә менән Абылай, Кенесары менән Абай һәм башка бихисап шәхестәрҙе бар итте.

Шунлыҡтан, беренсенән, атаҡлы тарихи шәхестәребеҙҙе, уларҙың ҡаҙаныштарын хөрмәтләп, асыҡ һауала һәйкәлдәр ҡалҡытырға, «Бөйөк даланың бөйөк улдары» тип аталған уҡытыу-белем биреү энциклопедияһы паркын төҙөргә тейешбеҙ.

Икенсенән, маҡсатлы дәүләт заказы ойоштороу юлы менән хәҙерге әҙәбиәт, музыка, театр һәм һынлы сәнғәттә бөйөк аҡыл эйәләре, шағирҙар һәм үткәндәге хакимдар образдары галереяһын булдырыу мөһим.

Ошондай классик ҡалыптан тыш, альтернатив йәштәр сәнғәтенең креатив мөмкинлеген дә файҙаланыу кәрәк. Әлеге эшкә үҙ илебеҙҙең генә түгел, сит ил оҫталарын һәм ижади коллективтарын да йәлеп итергә мөмкин.

Өсөнсөнән, илебеҙҙең киң тарихи офоҡтарын иңләп, «Бөйөк Дала шәхестәре» – “Ұлы Дала тұлғалары” исемле фәнни-популяр сериялар нәшер итеп, таратыу эшен йәнләндереү мөһим.

Телгә алып үткән йүнәлештә Ҡаҙағстан ғалимдары менән бер рәттән, сит ил белгестәрен дә йәлеп итеп, халыҡ-ара күп профилле коллективтар төҙөргә була.

Һөҙөмтәлә беҙҙең ҡаһармандарыбыҙҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген, илебеҙҙә егнә түгел, сит илдәрҙә лә беләсәктәр.

3.     ТӨРКИ ДӨНЬЯҺЫНЫҢ ГЕНЕЗИСЫ

Ҡаҙағстан – барлыҡ төрки халыҡтарының изге «Қара шаңырағы». Бөгөнгө ҡаҙаҡ далаһынан донъяның төрлө мөйөштәрендә таралған төрки ҡабиләләр хәм халыҡтар башҡа илдәрҙең, төбәктәрҙең тарихи процесына һиҙелерҙәй өлөш индерҙе.

Шуға бәйле рәүештә, “Төрки цивилизацияһы: төп тамырҙан хәзерге заманға тиклем” тип аталған проектты эшләтеп ебәреү кәрәк. Әлеге проект сиктәрендә 2019 йылда Астанала тюркологтарҙың бөтә донъя конгресын һәм Төрки халыҡтарының мәҙәни көндәрен ойошторорға була. Шулай уҡ Википедия миҫалында, Ҡаҙағстан модераторлығында төрки халыҡтарының уртаҡ әҫәрҙәренең онлайн-китапханаһын төҙөү әһәмиәткә эйә.

Бынан тыш, Төркекстанды яңы үҙәге сифатында танытыу ҡыҫаларында уның халыҡ-ара ареналағы абруйын системалы рәүештә үҫтереү мөһим.

Ҡаҙағстандың боронғо баш ҡалаһы, беҙҙең халыҡтың рухи үҙәге генә булмайынса, барлыҡ төрки донъяһы өсөн сакраль урын һанала.

4. БӨЙӨК ДАЛАНЫҢ БОРОНҒО СӘНҒӘТ ҺӘМ ТЕХНОЛОГИЯЛАР МУЗЕЙЫ

“Бөйөк дала” исемле боронғо сәнғәт һәм технологиялар музейы төҙөүгә бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар. Унда юғары сәнғәт һәм технологияларҙың үрнәктәрен, шул иҫәптән, йәнлектәр стилендә башҡарылған ҡул эштәре, “Алтын кеше”нең кейем-һалымын һәм биҙәү әйберҙәрен, атты ҡулға эйәләштереү, металлургия үҫеше, ҡорал, кәрәк-яраҡтар һәм башҡа йәдкәрҙәрҙе йыйырға була.

Ҡаҙағстан ерендә табылған ҡиммәтле археологик табыштар һәм археологик комплекстар экспозицияларына ла урын бирергә мөмкин. Улар тарихи дәүерҙәрҙәге теләһә ҡайһы осорҙоң төрлө хужалыҡ тармаҡтарының үҫешен сағылдыра.

Шулай уҡ “ Бөйөк даланың бөйөк цивилизациялары” исемле дөйөм милли тарихи реконструкциялар клубын ҡороп, шуның нигеҙендә Астанала һәм Ҡаҙағстандың төрлө региондарында боронғо һаҡтар, һундар, бөйөк төрки ҡағандарҙың дәүеренә бағышланған һәм башҡа фестивалдәр уҙғарырға мөмкин. Телгә алынған тематикалар буйынса эште бергә үткәрергә, һәүәҫкәрҙәрҙе ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса йыйырға мөмкин.

Боронғо Отырар ҡалаһы ҡоролмаларын – йорттарҙы, урамдарҙы, йәмәғәт урындарын, һыу үткәргестәрҙе, ҡала диуарҙарын һәм башҡа ерҙәрен өлөшләтә тергеҙеү буйынса туристик проект та ҡыҙыҡлы булыр ине.

Шуның нигеҙендә белемде һәм туризмды популяштырыуға баҫым яһарға кәрәк.

5. ДАЛА ФОЛЬКЛОРЫ ҺӘМ МУЗЫКАҺЫНЫҢ МЕҢ ЙЫЛЫ

Әлеге проект сиктәрендә “Дала фольклоры антологияһын” төҙөү кәрәк.    Антологияла Бөйөк дала вариҫтарының үткән мең йыллыҡтағы иң яҡшы халыҡ ижады үрнәктәрен – әкиәттәр, легендалар, былиналар, ҡиссалар һәм эпостарҙы тупларға мөмкин.

Бынан тыш, ҡаҙаҡтың ҡубыҙ, думбыра, һыбыҙғы, сазсырнай һәм башҡа традицион музыка ҡоралдары башҡарыуындағы әһәмиәтле әҫәрҙәр йыйылмаһын “Бөйөк даланың боронғо мотивтары” йыйынтығын нәшер итеү ҙә зарур.

Бөйөк даланың фольклоры менән көйө заманса цифлы форматта «яңы һулыш» алырға тейеш. Әлеге проекттар менән эшләү өсөн, системаға һалыуға һәләтле булыуҙан тыш, үҙ илебеҙҙән һәм сит илдәрҙән даланың бай мираҫын актуалләштерә алған оҫталарҙы йәлеп итеү мөһим.

Мәҙәниәтебеҙҙең нигеҙ сюжеттары, персонаждары һәм мотивтары араһында сиктәр юҡ, шул сәбәпле ул, системалы өйрәнеп, Үҙәк Евразияның барлыҡ киңлектәрендә һәм, ғөмүмән, бөтә донъяла хөрмәт ителә торған дәрәжәгә еткерелергә тейеш.

Ауыҙ-тел ижады һәм музыка традицияларын хәҙерге заман аудиторияһына яҡын һәм аңлайышлы форматта яңыртыу кәрәк. Атап әйткәндә, боронғо һүҙҙәр һәм текстар һүрәттәр менән бирелә йәки асыҡ видеоматериалдар формаһында була ала. Тауыш менән көй тәбиғи ҡоралдар ярҙамында ғына түгел, шулай уҡ заманса электрон нөсхәләр ярҙамында ла тыуа.

Бынан тыш, фольклор традицияларының уртаҡ тарихи нигеҙен эҙләү өсөн, Ҡаҙағстандың төрлө өлкәләренә һәм донъяның башҡа илдәренә фәнни-эҙләнеү экспедицияларын ойоштороу кәрәк.

6. ТАРИХИ КИНО СӘНҒӘТЕ ҺӘМ ТЕЛЕВИДЕНИЕЛАҒЫ КАРТИНА

Хәҙерге заманда халыҡтарҙың тарихи үҙаңында кино сәнғәте ҙур урын алып тора. Ҡайһы саҡта күп   халыҡ ҡабул итеүендә яҡты кино образдары фундаменталь фәнни монографияларҙағы документаль портреттар менән сағыштырғанда, әһәмиәтлерәк роль башҡара.

Шунлыҡтан тиҙ арала Ҡаҙағстандың цивилизацияһы тарихының өҙлөкһөҙ үҫешен күрһәткән документаль фильмдарҙың телевизион сериалдар һәм тулы метражлы нәфис картиналарҙың махсус циклын етештереү мөһим. Телгә алынған проекттар, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә үҙ илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең иң яҡшы сценаристарын, режиссерҙарын, актерҙарын, продюсерҙарын һәм киноиндустрияның башҡа заманса белгестәрен йәлеп итеп тормошҡа ашырылырға тейеш.

Ҡыҙыҡлы һәм мелодраматик мотивтарҙан тыш, бөгөнгө көндә тамашасылар өсөн популяр фэнтези һәм үткер сюжетлы блокбастерҙарҙы ла индереп, яңы тарихи теле-кино продукцияһын етештереүҙәге жанрҙарҙы максималь дәрәжәлә киңәйтергә кәрәк. Ошо маҡсаттан сығып Бөйөк даланың бай мифологияһын һәм фольклор мотивтарын файҙаланырға була.

Милли ҡаһармандарҙы үрнәк итеп күтәргән, күркәм сифатлы балалар фильмдары һәм мультипликацион сериалдар аша үҫеп килгән быуындың иғтибарын йәлеп итеү мөһим.Беҙҙең данлыҡлы батырҙарыбыҙ, мәшһүр аҡыл эйәләре һәм хакимдарыбыҙ Ҡаҙағстанда ғына түгел, бөтә донъяла ла үрнәк булырлыҡ.

ЙОМҒАҠЛАУ

Бынан йыл ярым элек минең «Киләсәккә ҡараш. Рухи яңырыу» исемле мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны.

Юғарыла телгә алынған проекттарҙы «Рухи яңырыу» программаһының дауамы булараҡ ҡабул итәм.

Дөйөм милли «Рухи яңырыу» программаһының яңы компоненттары ата-бабаларыбыҙҙы күп быуатлы мираҫын цифрлы цивилизация шарттарында аңлайышлы һәм тейешле дәрәжәлә яңыртырға һәм яңғыратырға мөмкинлек бирәсәк.

Үҙ тарихын онотмаған, баһалаған, уның менән ихластан ғорурланған халыҡтың бөйөк киләсәкле булыуына ышанам. Үткәнең менән ғорурланыу, бөгөнгө көндө дөрөҫ баһалай белеү һәм киләсәккә өмөтлө ҡараш менән ҡарау – илебеҙҙең уңышлы булыуына асыҡ ишара.


Возврат к списку

Обращения

Биография /

Все лица
Рашид Абдуллович Аганин
Түркітанушы-лингвист, филология ғылымдарының кандидаты.